+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптә - интеллектуаль видеокүҙәтеү системаһы

Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры урынбаҫары Анастасия Зырянова Өфөнөң 21-се лицейында булып, интеллектуаль видеокүҙәтеү системаһы эше менән танышты. 

Мәктәптә - интеллектуаль видеокүҙәтеү системаһы
Мәктәптә - интеллектуаль видеокүҙәтеү системаһы

Был система Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса белем биреү ойошмалары биләмәләрендә хәүефһеҙ мөхит булдырыу өсөн булдырылды. 

Видеокүҙәтеү комплексы тәүлек әйләнәһенә йөҙҙәре һәм биометрик билдәләре буйынса мәктәпкә килгән шикле кешеләрҙе таный. Шулай уҡ ҡорал барлығын да асыҡлай. Был турала мәғлүмәт бер нисә секунд эсендә хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм мәктәп етәкселегенә барып етә. 

1 сентябрҙән республиканың белем усаҡтарында интеллектуаль видеокүҙәтеү системаһы этаплап индерелә башлаясаҡ. 

Фото: education.bashkortostan.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: