Белем биреү программаһында ҡаралмаған эшкә уҡыусыларҙы уларҙың һәм ата-әсәләренең ризалығынан тыш йәлеп итеү бығаса тыйыла ине. Хәҙер был закон үҙгәртелде. Әлбиттә, баланың йәш һәм сәләмәтлек үҙенсәлектәре иҫәпкә алынасаҡ.
Уҡыусылар мәктәптә таҙалыҡ урынлаштырырға, тышта эшләргә (ағастар, сәскәләр ултыртырға...), синыфты байрам сараларына биҙәргә, театрлаштырылған тамашаларға кейемдәр әҙерләргә, мәктәп китапханаһы һәм музейы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итәсәк.
Фото: www.chaikovskie.ru