Тантана ҡаланың Владимир Комаров исемендәге Балалар ижады һарайында уҙҙы. Һөнәри бәйгелә барлығы 42 педагог ҡатнашҡан. 281-се балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Гөлназ Кураева һәм 18-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Шулай уҡ "Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" конкурсы призерҙары - Шәүрә Ярмуллина (51-cе башҡорт балалар баҡсаһы), Ғәлиә Ҡоҙаҡаева (197-се балалар баҡсаһы), Мәҙүнә Ҡолһариналарҙы (75-се башҡорт балалар баҡсаһы) ихлас ҡотлайбыҙ.
Конкурстың республика этабында ла уңыштар теләйбеҙ!