Беҙҙең республиканан 113 уҡыусы йомғаҡлау этабына саҡырылғайны. Уларҙың 10-ы еңеүсе һәм 42-һе призер булды. Йәмғиәтте өйрәнеү, химия, хоҡуҡ, технология буйынса ҡатнашыусылар күп ине.
Хоҡуҡ буйынса Өфөләге Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияның Камилла Нурисламова IX синыфтар араһында абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Унынсылар араһында ла абсолют еңеүсе Башҡортостандан: Бөрөләге 1-се мәктәптән Ангелина Яндыганова. Ун беренселәр араһында иһә абсолют еңеүсе – Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназиянан Арсений Ганцев. Ә Аделя Моисеева (Октябрьскийҙәге 10-сы мәктәп), Роберт Рәхмәтуллин (Стәрлетамаҡ, 5-се гимназия), Аделия Хәйруллина (Туймазылағы 7-се мәктәп) хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре тип табылды. Улар барыһы ла – сығарылыш синыфы уҡыусылары. Туймазылағы 7-се мәктәптең XI синыф уҡыусыһы Аделия Хәйруллина йәмғиәтте өйрәнеү буйынса Рәсәй кимәлендә олимпиада еңеүсеһе булды.
Химия буйынса, әлбиттә, Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең иң һәләтле уҡыусыларының береһе – Республика инженер интернат-лицейының XI синыфынан Вадим Харисов быйыл абсолют еңеүсе исемен яуланы. Ул шулай уҡ Ҡытайҙың Шэньчжэнь ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында ла алтын миҙалға лайыҡ булды. Әйткәндәй, быйылғы 58-се тапҡыр үткән бәйгелә 26 илдән 151 йәш химик ярышты һәм 15 алтын миҙалдың 5-ен Рәсәй уҡыусылары яуланы.
Вадим былтыр Ҡаҙағстанда үткән Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында ла алтын миҙалға лайыҡ булғайны. Шулай уҡ “Менделеев тоҡомдары” Бөтә Рәсәй олимпиадаһында иң-иңе ул.
Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү уҡыусыларға теләгән юғары уҡыу йортона шул йүнәлеш буйынса имтиханһыҙ инеү мөмкинлеге бирә. Ә студент булғас, Рәсәй Президенты грантына дәғүә итә алалар.
Фото: avroracenter.