

Унда беҙҙең республика балалары һынатманы. Быйыл Рәсәй кимәлендәге олимпиадала 153 уҡыусыбыҙ ҡатнашыу хоҡуғын алды һәм һынатманылар. Дөйөм алғанда, 57 ҡыҙ һәм егет юғары күрһәткестәргә өлгәште: 11 еңеүсе һәм 46 призер! Улар - Башҡортостандың 36 белем усағынан.
Өфөләге 93-сө физика-математика лицейы, М.С.Пинский исемендәге 83-cө инженер лицейы, Республика инженер интернат-лицейы, Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназия, Дыуан районы Мәсәғүт лицейы уҡыусылары - иң күп дипломдар алып ҡайтыусылар.
Рәсәй кимәлендә еңеүселәр һәм призерҙарҙың дипломдары дүрт йыл буйы ғәмәлдә буласаҡ һәм илебеҙҙең абруйлы белем усаҡтарына уҡырға ингәндә өҫтөнлөк бирәсәк.
Фото: Центр развития талантов "Аврора" Республика Башкортостан.