

Дөйөм алғанда, илдә Берҙәм дәүләт имтиханының өҫтәмә осоронда ҡатнашыуға 6 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Уларҙың 2 меңгә яҡыны – рус теленән, 5 меңдән ашыуы база кимәлендәге математиканан имтихан тапшырасаҡ.
Имтихандар бер нисә этапта үтә. Бөгөн, 4 сентябрҙә, сығарылыш уҡыусылары — рус телен, 8 сентябрҙә база кимәлендәге математиканы тапшыра. Ике предмет өсөн дә резерв көн 25 сентябрҙә ҡаралған.
Сығанаҡ: сhttps://www.bashinform.ru
Фото: https://egis4.ru/