

Яңы стандарт тәрбиә биреү системаһын булдырырға һәм белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың эшен яраштырырға тейеш.
2026 йылда Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы тематикаһы мәктәп һәм мәктәптән тыш эшмәкәрлектең төп бәйләүсе өлөшө буласаҡ. Берҙәм календарға "Мөһим нәмә тураһында һөйләшеүҙәр", "Зарница 2.0", "Президент спорт уйындары" һәм "Хеҙмәт менән уҡытыу" программаһы кеүек иң мөһим проекттар берләштерелә.
Документта мәктәпкәсә йәштән башлап тәрбиә программаларының күсәгилешлегенә айырыуса баҫым яһала. Мәктәпкәсә белем биреү йылы сиктәрендә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре өсөн «Орлята-дошколята» һәм «Йомарт уйындар» проекттары булдырылған. Бынан тыш, планға насар ғәҙәтле үҫмерҙәр араһында тәртипте иҫкәртеү буйынса көсәйтелгән бүлек индерелгән.
Сығанаҡ: bashinform.ru
Фото: images.