Әлеге экспозиция Хәтер һәм дан йылына арналып, үткән йылда булдырылғайны. «Еңеү поезы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фән» күргәҙмәһе – хәрәкәтләнеүсе составта урынлаштырылған донъялағы тәүге инсталляция. Быйылғы Рәсәйҙәге Фән һәм технологиялар йылы уңайынан авторҙар күргәҙмәне Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән совет ғалимдарының фәнни асыштары һәм ҡаҙаныштары менән тулыландырған.
Күргәҙмәне ҡарау бушлай. Унда эләгер өсөн проект сайтында https://поездпобеды.рф «Теркәлеү» тигән бүлектә теркәлергә кәрәк. Теркәлеү 30 июлдән асыла. Бер электрон почтаға бер генә кешене теркәү талап ителә. Әгәр ҙә күрһәтелгән электрон адресҡа саҡырыу ҡағыҙы килмәһә, кире бәйләнеш формаһы аша теркәлеү статусыңды асыҡларға кәрәк.
Экспозицияны ҡарарға теркәлгән кешеләр тимер юлы вокзалы бинаһында йыйыласаҡ. Күргәҙмә эшләгән осорҙа ирекмәндәр дежур итә. Үҙенсәлекле экспозицияны күрмәй ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Фото: "Башинформ".