Фәттәх Ғәфүрйән улы – Күгәрсен районы Ялсы ауылынан. Фронтта ул фашист илбаҫарҙарына ҡаршы үҙен-үҙе аямай һуғыша. Ул яуыз дошманды хәйлә, хәрби оҫталыҡ менән еңеүҙе хуп күрә.
1945 йылдың 18 апрелендә Чехия һәм Польша сигендәге Опава йылғаһын кисеп, плацдарм яулау бурысы ҡуйыла. Ошо алышта яҡташыбыҙ 5 яугир менән ҡул һуғышында дошмандың 20 һалдатын юҡ итә, ДОТ-ты эләктерә.
Майор Польша ерен азат иткәндә, ошо ҡаты алыштан һуң 1945 йылдың 19 апрелендә батырҙарса һәләк була. Ул Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, III дәрәжә Кутузов, Александр Невский, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән.
Фото: https://infourok.ru/krkmy-beg-uish-temaina-prezentaciya-1915405.html.