Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Илдус Закиров тарафынан булдырылған скульптура композицияһы яңыртылған Геройҙар аллеяһының матур символына әйләнде.
– Бөгөн - республика өсөн бик мөһим көн, беҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңгәндәрҙе хәтерләйбеҙ. Башҡортостандың 780 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙҙары фронтҡа киткән, шуларҙың яртыһы тиерлек яуҙан әйләнеп ҡайта алмаған. Тарихты беҙ шәхестәрҙә күрәбеҙ, шуға Александр Матросов, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимов һәм башҡалар – беҙҙең хәтерҙә. Батырҙар тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк. Уларға мәңгелек дан, – тип белдерҙе Радий Хәбиров асыу тантанаһында.
Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников халыҡ батырына һәм еребеҙҙең улына һәйкәл асҡанда ярҙам иткән өсөн республика етәксеһенә рәхмәтен белдерҙе.
Фото: "Башинформ".