+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Матбуғат
8 Февраля 2022, 11:40

Иң бәхетлеләргә - бүләктәр!

Иртәгә, 9 февралдә, иртәнге 8 сәғәт 15 минутта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Сәләм" тапшырыуын ҡарарға онотмағыҙ, дуҫтар! Ни өсөн, тиһегеҙме? Тура эфирҙа республикала донъя күргән гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.

Иң бәхетлеләргә - бүләктәр!Иң бәхетлеләргә - бүләктәр!
Иң бәхетлеләргә - бүләктәр!

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында "Яҙыл да бүләк от" тип аталған акция иғлан иткәйне. Уйын шарттарына ярашлы, унда ҡатнашыусылар бер республика, бер район баҫмаһына яҙылып, квитанцияһын нәшриәт йортона ебәрергә тейеш ине. Ниһайәт, иртәгә иң бәхетлеләр билдәле буласаҡ! Ноутбук, телевизор, һыуытҡыс, ҡар таҙартыу машинаһы, йылытыу-елләтеү ҡорамалы... Бына ниндәй шәп бүләктәр! Ҡыҫҡаһы, һеҙ ҙә мауыҡтырғыс отош уйынының шаһиты була алаһығыҙ.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас