

Бер айға яҙылыу хаҡы - 82 һум 42 тин, ярты йылға - 494 һум 52 тин. Индексы - П2765-5.
Әйткәндәй, "Башҡортостан Республикаһы" Матбуғат йорто бер республика, бер район баҫмаһына яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйната. "Яҙыл һәм бүләк от" исемле отош уйыны Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа үтәсәк. Бында ҡатнашыу өсөн гәзит-журналдарға яҙылған квитанцияларығыҙҙың күсермәһен 15 июлгә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресына йәки podpiska@rbsmi.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. "Яҙыл һәм бүләк от" тигән һүҙҙәрҙе яҙырға онотмағыҙ. Шуныһы ла бар: отош уйынында алты айға йә унан күберәккә яҙылғандар ғына ҡатнаша ала.