

Илнар Яҡшембәт мәктәбенең III синыфында уҡый.
– Беҙ бер көндө почтаға барып, синыфыбыҙ менән «Йәншишмә»гә тағы ла яҙылып ҡайттыҡ. Яратҡан гәзитебеҙҙән айырылғы килмәй, – ти өсөнсөләрҙең уҡытыусыһы, редакцияның яҡын дуҫы Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова.
Һоҡландыралар, һөйөндөрәләр яҡшембәттәр. Бына кемдәрҙән өлгө алырға була!