

-Әле яңы ғына «Йәншишмә» гәзите үткәргән «Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһендә еңеүсе булдым. Был мине тағы ла дәртләндерҙе, ҡанатландырҙы. Хәҙер «Яҙыл да бүләк от» бәйгеһендә бәхетемде һынап ҡарағым килә. Бәлки, велосипедлы булырмын, - ти Дилбәр.
Дуҫтар, ә һеҙ «Йәншишмә»гә яҙылдығыҙмы? Юҡ икән, ашыға һалығыҙ. 14 апрелгә тиклем ташламалы хаҡ менән яҙылырға була. Өлгөрөп ҡалығыҙ!
Балалар өсөн туған телебеҙҙә сыҡҡан берҙән-бер гәзит «Йәншишмә» һәр уҡыусының өйөнә килергә тейеш! Балаларығыҙҙы рухи аҙыҡтан мәхрүм итмәгеҙ!