

Теләгән гәзит-журналдарға яҙылып, шәп бүләктәр отоу мөмкинлеге буласаҡ.
Унда Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө ойошторола. Иртәнге 11-ҙә башланған сарала "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө, "Ауаз" фольклор ансамбле, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Фәдис Ғәниев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Любовь Богатырева, виртуоз баянсы-гармунсы Салауат Әҡсәнов, Лилиә Ишемйәрова, Илнур Лоҡманов, "Тамыр" балалар йыр ансамбле, Филүс Беркет һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.
"Китап" нәшриәтенең китаптары, халыҡ кәсептәре әйберҙәренең йәрминкәһе лә үтәсәк.
Матур, ҙур байрамдан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Фото: сжрб.рф

