Тиҙҙән бәләкәс тәрбиәләнеүселәр унда йөрөй ҙә башлаясаҡ. 10 төркөмгә бүленгән сабыйҙар өсөн тамаша һәм гимнастика залдары, заманса спорт майҙансыҡтары, матур ял зоналары урынлашып, барыһы ла хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирерлек итеп эшләнгән.
Әйткәндәй, быйыл республикабыҙҙа 23 балалар баҡсаһы асылған һәр реконструкцияланған. “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” программаһы ла уңышлы ғына эшләй, ул ата-әсәләргә баланы коммерция баҡсаһына йөрөтөргә, әммә муниципаль хеҙмәт хаҡы буйынса түләүгә мөмкинлек бирә. Уны программала теркәлгән шәхси балалар баҡсаһы өсөн ҡулланырға була.
Фото: spb.zoon.ru