+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Август 2021, 12:10

Мәғариф яңылыҡтары

365 мәктәпкә ремонт кәрәк

Мәғариф яңылыҡтары
Мәғариф яңылыҡтары

Башҡортостандағы 365 мәктәпкә капиталь ремонт талап ителә.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин, бөтә иҫке мәктәп биналарын 2026 йылға тиклем йүнәтеп бөтөргә, тигән бурыс ҡуй­ғайны. Быйыл республикабыҙға ошо маҡсаттан 400 миллион һум аҡса бүленеп, ете мәктәп ремонтланған. Шулай итеп, 2026 йылға тиклем йылына 50 – 70 мәктәпте төҙөкләндерергә кәрәк.

41 яңы автобус алынды

Республикабыҙҙың мәктәп директорҙарына «ГАЗель» маркалы мәктәп автобустарының асҡыстары тапшырылды. Быйыл барлығы 41 транспорт алынды. Был йә­һәттән республика ҡаҙнаһынан 92 миллион һум тотонолдо.
Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, республикабыҙҙа бөтәһе 1 мең 476 мәктәп автобусы бар. Улар 872 белем усағынан 42 мең уҡыу­сыны килеп алып, ҡабат ауылдарына алып барып ҡуя.

Кураторҙарға, синыф етәкселәренә – 5-әр мең һум

1 сентябрҙән колледж, техникумдарҙағы уҡыу төркөмдәренең кураторҙарына, шулай уҡ мәктәптәрҙә синыф етәкселәренә ай һайын 5 мең һум түләнәсәк. Әлеге маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 90 миллионға яҡын аҡса бүленгән.

Программала Башҡортостан да ҡатнаша

Рәсәй Мәғариф министрлығының «Профессионалитет» тигән тәжрибә программаһы эшләй башлай. Был программа буйынса 150 меңгә яҡын студент белем аласаҡ. Тәүге сиратта металлургия, фармацевтика, нефть химияһы сәнәғәте һәм транспорт өлкәһендәге төп эшсе һөнәрҙәре хаҡында һүҙ алып барыла.
Был проектта Башҡортостан да ҡатнашасаҡ. Федераль проекттың тәүге этабына республикабыҙҙың дүрт һөнәри уҡыу йорто – Белореттағы металлургия, Октябрьский­ҙағы Степан Кувыкин исемендәге нефть, Стәрлетамаҡтағы политехник, Туймазылағы индустриаль колледждар ҡушыласаҡ.

Фото: mgazeta.com

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: