-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь 2021, 16:36

Иҫке Ҡалмашта яңы быуын китапханаһы асыла

 24 сентябрҙә Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылында  асыласаҡ яңы быуын китапханаһы«Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы яңыртылған.

Иҫке Ҡалмашта яңы быуын китапханаһы асыла
Иҫке Ҡалмашта яңы быуын китапханаһы асыла

Иҫке Ҡалмаштағы ауыл китапханаһы китап уҡыусыларҙы 1921 йылдан хеҙмәтләндерә башлаған. Бөгөн ул Саҡмағош районындағы тәүге яңыртылған китапханаға әйләнде. Уны йыһазландырыу өсөн 7 миллион 500 мең аҡса бүленгән, шул иҫәптән 5 миллионы – федераль ҡаҙнанан. Бинаға капиталь ремонт яһауға республика һәм урындағы ҡаҙнанан 5 миллиондан ашыу тотонолған.

– Яңыртылған китапхана Иҫке Ҡалмашта йәшәүселәрҙең һәм ҡунаҡтарҙың ялын матур итеп үткәрергә, уй-хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Ғәҙәти китап уҡыу залы һәм абонемент урынына яңы функциональ залдар барлыҡҡа килде. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар булыуы ҡыуандыра, – ти Саҡмағоштағы китапханалар системаһы директоры Рәсимә Балягова.

 

 

Фото: https://culture.bashkortostan.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: