-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Сентябрь 2021, 11:31

"Һәр баланың уңышы"

Республикала "Мәғариф" милли проекты саралары байтаҡ.

"Һәр баланың уңышы"
"Һәр баланың уңышы"

Шулар араһында уҡыусыларҙа һөнәри йүнәлеште үҫтереүгә арналғандары ла бар. "Һәр баланың уңышы" төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылындағы Әнғәм Атнабаев исемендәге мәктәптә "Һөнәрҙәр шоуы" ("Шоу профессий") дәрестәренең яңы миҙгеле "Ландшафт дизайнеры" һөнәренә бағышланды.

Уҡыусылар баҡса, ҡала йәмәғәт биләмәләре, уйын майҙансыҡтары, ял урындары дизайны буйынса белгес һөнәренең нескәлектәре менән танышты.

Мәктәптең педагог-психологы Гөлшат Иҙрисова белдереүенсә, ошондай саралар балаларҙың һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Фото: Тәтешле районы хакимиәте сайтынан.

Алһыу Ишемғолова.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-09-30/r-balany-u-yshy-proekty-m-lg-ashyryla-2525340

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: