-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь 2021, 14:16

Халыҡ-ара ирекмәндәр лагеры эшләй башлай

18 октябрҙән баш ҡалабыҙ Өфөлә, «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәниәт ирекмәндәре» программаһына ярашлы, Халыҡ-ара ирекмәндәр лагеры эшләй башлай. 24 октябргә тиклем дауам итәсәк сарала илдең иң яҡшы 100 ирекмәне ҡатнашасаҡ.

Халыҡ-ара ирекмәндәр лагеры эшләй башлай
Халыҡ-ара ирекмәндәр лагеры эшләй башлай

Ә спикерҙар булып мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендәге белгестәр, мәҙәни, ирекмәнлек һәм социаль-мәҙәни проектлау өлкәһендәге эксперттар, медиаиндустрия вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Халыҡ-ара ирекмәнлек лагеры онлайн һәм офлайн форматта үтәсәк. Бөйөк Британия, Гана, Ҡаҙағстан, Тунис, Әзербайжан, Малави, Тажикстан, Канада, Маврикия, Һиндостан, Замбия, Уганда һәм Алжир илдәренән вәкилдәр онлайн рәүештә ҡатнашасаҡ.

 

 

Фото: https://vk.com/kulturarb

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: