+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Октябрь 2021, 14:46

19 октябрҙә «Гел бергә» тигән концерт яҙмаһы күрһәтеләсәк

Өфөнөң үҙәк ҡала китапханаһы «Виртуаль концерт залы» проектын тормошҡа ашырыуын дауам итә. Сираттағы сығарылышта Фәдис Ғәниев етәкселегендәге төркөмдөң «Гел бергә» тигән концерттың видеояҙмаһы күрһәтеләсәк. Ул былтыр төшөрөлгән, 1 сәғәткә яҡын дауам итә.

19 октябрҙә «Гел бергә» тигән концерт яҙмаһы күрһәтеләсәк
19 октябрҙә «Гел бергә» тигән концерт яҙмаһы күрһәтеләсәк

Концертта Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Биктимерова, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов (баян), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин (ҡурай), халыҡ-ара конкурстар лауреттары Рифат Шәрәфетдинов (вокал), Татьяна Мутафи һәм Рөстәм Гандалипов (бейеү) ҡатнашасаҡ. Халыҡ йырҙары, башҡорт, татар композиторҙарының көй-моңдары ла яңғыраясаҡ.

Музыка сәнғәте донъяһына 19 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә сума алаһығыҙ. Концертты рәсми сайттарында https://ufa-lib.ru/, «Бәйләнештә» https://vk.com/biblio_ufa, «Фейсбук» https://www.facebook.com/ufa.lib/  һәм «Инстаграм» https://www.instagram.com/library_ufa/  төркөмдәрендә ҡарарға була.

 

 

Фото: https://vk.com/kulturarb

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: