+14 °С
Болотло
VKOKTelegram
Милли проекттар
15 Октябрь 2021, 09:28

Уҡыусыларға һөнәр һайларға ярҙам итәсәк

«Киләсәккә билет» федераль проектына ярашлы, бөтә республика буйынса һигеҙ меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы «Һөнәрҙәр лабораторияһы»нда һөнәр һайлау тестарын үтәсәк. Бөгөндән, 15 октябрҙән, башлап «Рәсәй – минең тарихым» тарихи парктарында «Киләсәк лабораторияһы» тигән квест мультимедия күргәҙмәһе асыла. Барлыҡ сараларҙа ла санитар-эпидемиологик нормалар үтәлеше күҙәтеүҙә тотола.  

Уҡыусыларға һөнәр һайларға ярҙам итәсәкУҡыусыларға һөнәр һайларға ярҙам итәсәк
Уҡыусыларға һөнәр һайларға ярҙам итәсәк

План буйынса, йыл аҙағына тиклем «Киләсәккә билет» проектында Рәсәйҙең 300 меңдән ашыу уҡыусыһы һәм 5 меңдән ашыу педагог-новаторҙары ҡатнашасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығының проекты «Мәғариф» милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.

– Был проект бигерәк тә үҙенсәлекле, сөнки мәктәп уҡыусылары һөнәри юлын билдәләр өсөн һөнәри йүнәлеш биреү диагностикаһын үтә ала, ошо өлкәлә үҙен һынап ҡарай ала. Рәсәй - бындай проекттарҙы үткәрә алыусы бик күп булмаған илдәрҙең береһе, – тип эштең мөһимлеген белдерҙе Гуманитар проекттар фондының идара итеү директоры Иван Есин.

«Киләсәк лабораторияһы» күргәҙмәһе мауыҡтырғыс интерактив квестарҙан тора. Уны үткән һәр кеше 30-ҙан ашыу һөнәри тармаҡ һәм 300-ҙән ашыу һөнәр менән таныша ала. Шулай итеп, уҡыусы үҙенең киләсәк һөнәрен күҙаллай. Күргәҙмә VI – XI синыф уҡыусыларын 30 ноябргә тиклем ҡабул итәсәк.

 

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас