2019 йылдан алып республикабыҙҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында ошондай учреждениеларға йөрөр өсөн сертификаттар бирелә. Был сертификаттарҙы дәүләт балалар баҡсаһында урын етмәгән өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәйҙәре ала. Шәхси балалар баҡсалары сертификат буйынса баланы ҡабул итә, унан учреждение ҡаҙна тарафынан финансланып, уларға айына 6 мең һум күсерелә.
Үткән йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында 1 меңдән артыҡ сертификат бирелгән, ә быйылғыһында 2 меңгә тиклем арттырыу планлаштырыла. Сертификат ғәмәлдә булған райондар исемлегенә Иглин дә индерелгән.
Әйтергә кәрәк, шәхси балалар баҡсаларын үҫтереү «Демография» милли проектының гранттары ярҙамында башҡарыла. Үткән йылда Башҡортостан дөйөм суммаға 24 миллионлыҡ грант отҡан. Был биш шәхси балалар баҡсаһы асырға мөмкинлек биргән. Быйыл да республикабыҙ гранттар конкурсында ҡатнашып, 49 миллион һум аҡса алған.
Фото: https://babyroom.tmweb.ru/sad/.