Был проектҡа ярашлы, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн Стәрлетамаҡтағы 25-се һәм Белореттағы махсус мәктәптәрҙең матди-техник нигеҙе яңыртылды, синыф бүлмәләренә һәм оҫтаханаларына ремонт яһалды. «Башҡортостан Республикаһында белем биреүҙе үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан уларға капиталь ремонт өсөн өҫтәмә рәүештә 8 миллиондан ашыу аҡса бүленгәйне.
Әйткәндәй, «Мәғариф» милли проектының «Хәҙерге заман мәктәбе» федераль проектының төп бурыстарының береһе – махсус мәктәптәрҙең матди-техник нигеҙен яңыртып, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәргә уҡыу һәм тәрбиә алыу өсөн заманса шарттар тыуҙырыу.