+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Декабрь 2021, 14:35

Салауат районы күсмә автоклублы булды

Салауат районы халҡы өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ! Улар, «Мәҙәниәт» милли проектына  ярашлы, күсмә автоклублы булды.

Салауат районы күсмә автоклублы булды
Салауат районы күсмә автоклублы булды

Инде хәҙер мәҙәни-ял итеү учреждениелары, китапханалар булмаған ауылдарға ял ойоштороу өсөн артистар һәм китапханасылар күсмә автоклубта киләсәк.

– Декабргә автоклубтың эш графигы төҙөлдө инде. Яңы Сүрәкәй ауылы халҡы тәүге концертты күрәсәк. Ошо көндәрҙә автоклубтың презентацияһы ла үтәсәк, – тип пландары менән бүлеште Салауат районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илнур Вәлиев.

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: