+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Декабрь 2021, 11:15

"Белем" мәғариф фестивале үтәсәк

17 декабрҙә - Ҡурған өлкәһенең Тәңрекүл ауылында, 18 декабрҙә Силәбе өлкәһенең Уфалей ҡалаһында «Белем» төбәк-ара мәғариф фестивале ойошторола.

"Белем" мәғариф фестивале үтәсәк
"Белем" мәғариф фестивале үтәсәк

Фестиваль Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан республиканың инновацион мәктәптәрен сит өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә танытыу маҡсатында ойошторола.Унда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се  республика башҡорт интернат-гимназияһы, иҡтисад лицей-интернаты, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы һәм Сибай интернат-гимназияһы ҡатнаша.

 Фестиваль сиктәрендә балалар өсөн ҡурайҙа уйнау, милли биҙәүестәр эшләү, нейрофизиология, ракета төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк, квест-марафон, мауыҡтырғыс, мәғлүмәтле танып белеү майҙансыҡтары эшләйәсәк. Ҡатнашыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр ҙә уйнатыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: беренсе  «Белем» төбәк-ара мәғариф фестивале быйыл 20 августа Силәбе өлкәһенең Арғаяш, унан һуң 4-нән 22 октябргә тиклем «Бәйләнештә» социаль селтәрендә онлайн форматта үткәрелде. Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 600 бала ҡатнашты.

Фото: https://vk.com/belem2021?z=photo

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: