+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Декабрь 2021, 12:13

Ҡурсаҡ театры ремонтланасаҡ

2022 йылда, «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ремонтланасаҡ. Был турала республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә.

Ҡурсаҡ театры ремонтланасаҡ
Ҡурсаҡ театры ремонтланасаҡ

Театрға капиталь ремонт  1976 йылдан алып яһалмаған. Эш барышында бина төҙөкләндерелеп кенә ҡалмаясаҡ, эргәһендәге биләмә яңыртыласаҡ, театрға төкәтмә төҙөләсәк. Проект буйынса 300 урынлыҡ тамаша залы, 135 урынға иҫәпләнгән бәләкәй тамаша залы  буласаҡ. Шулай уҡ 40 урынлыҡ балалар кафеһы, музей, уйын бүлмәһе, ижади үҫеш өсөн балалар һәм уйын студиялары урынлашасаҡ.

 

Фото: «Башинформ».

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: