+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Апрель 2022, 18:45

Олимпиадала ҡатнашып, диплом алығыҙ

5 апрелдә Рәсәйҙә I – VI синыф уҡыусылары өсөн тирә-яҡ мөхит һәм экология буйынса онлайн-олимпиада башланды.

Олимпиадала ҡатнашып, диплом алығыҙ
Олимпиадала ҡатнашып, диплом алығыҙ

https://olympiads.uchi.ru/uchiru/root платформаһында үткән сара 25 апрелгә тиклем барасаҡ. "Экология" милли проекты сиктәрендә ойошторолған олимпиаданы Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Мәғариф министрлығы менән берлектә үткәрә.

Ҡатнашыу өсөн https://uchi.ru/  сайтында теркәлергә кәрәк. Эштәрҙе үтәү өсөн махсус белем дә, әҙерлек тә талап ителмәй. Мауыҡтырғыс мәсьәләләр балаларҙы тәбиғәттә булғанда ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, яуаплы  булырға өйрәтә. Олимпиада кешенең тәбиғәткә йоғонтоһо, урманды янғындан һаҡлау, һирәк осрай торған үҫемлектәргә һаҡсыл ҡараш кеүек темаларҙы үҙ эсенә ала.

Эштәрҙе үтәү өсөн бер сәғәт ваҡыт бирелә, нисә балл йыйыуың шунда  уҡ билдәле була. Һөҙөмтәләргә ҡарап, ҡатнашыусыларға  диплом, грамота йәки сертификат ебәрелә. Уларҙы олимпиада тамамланғандың икенсе көнөнә шәхси кабинетыңда күрергә мөмкин.

Фото: https://uchi.ru/

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: