-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Май 2022, 14:01

Саҡмағошта - яңы поликлиника

Кисә Саҡмағошта өс ҡатлы, заманса йыһазландырылған, бөгөнгө талаптарға яуап биргән поликлиника асылған. Уны төҙөүгә "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса 400 миллион һум аҡса бүленгән булған. 

Саҡмағошта - яңы поликлиника
Саҡмағошта - яңы поликлиника

Саҡмағоштар көтөп алған мөһим ваҡиға был. Поликлиника өлкәндәргә һәм балаларға тәғәйенләнгән. Балалар консультацияһы, рентген-диагностикалау, хирургия, эндоскопия бүлектәре, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, эндокринолог, офтальмолог кабинеттары һәм башҡалар бар.

Хәҙер саҡмағоштар сифатлы медицина ярҙамын үҙҙәрендә алыу мөмкинлегенә эйә.

Фото: bashinform.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: