+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Июль 2022, 16:55

Белем усағы төҙөкләндерелә

Өфөләге 115-се гимназия тиҙҙән танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Был хаҡта "Башинформ" киң мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Белем усағы төҙөкләндерелә
Белем усағы төҙөкләндерелә

Бында 2021 йылдың декабренән Мәғариф милли пректына ярашлы, реконструкция эштәре башланған. Белем усағының иҫке бинаһы төҙөкләндерелеп, яңы уҡыу корпустары төҙөйҙәр. Быға тиклем 800 урынға иҫәпләнгән гимназия тиҙҙән 1225 уҡыусыны һыйҙырасаҡ. 

Ремонт эштәре башланғас, унда белем алған балалар ваҡытлыса яҡындағы 27-се һәм 7-се мәктәптәргә күсерелгән. 

1967 йылда төҙөлгән гимназияла бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән, шунлыҡтан спорт залы, ашхана, канализация, йылытыу системаһы, тәҙрәләр авария хәлендә була.

Яңыртылған гимназия һәм яңы уҡыу корпустарында ремонт эштәре 2022 йылдың аҙағында тамамланасаҡ.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: