"Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡ телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау" дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған был проект һөҙөмтәһендә күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ 4450 экземпляр уҡытыу-методик әҙәбиәте, башҡорт теле кабинеттарына 7 комплек стендтар алып ҡыуанды.
Әйткәндәй, Силәбе өлкәһендә 20 мәктәпкәсә һәм 31 дөйөм белем биреү мәктәптәрендә 3500-ҙән ашыу бала төрлө формала башҡорт телен өйрәнә. Уларға Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ассоциациялары ла ҙур ярҙам күрһәтә.
Был йүнәлеш буйынса эштәр тағы ла дауам ителәсәк.