+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Август 2022, 12:05

"Үҫеш биләмәһе" проекты яңы миҙгелгә әҙерләнә

Көҙөн республикала "Үҫеш биләмәһе. Өр-яңы хәрәкәт" проектының яңы миҙгеле башлана. Был хаҡта Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы хәбәр итә.  

Мәғлүм булыуынса, ул "Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм төбәктәрҙәге һәләттәрен үҫтерергә теләгән уҡыусыларҙы берләштерә.

Был проект Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Күмертау, Межгорье һәм Ағиҙел ҡалаларындағы, Өфөнөң ете районындағы 15 резиденцияла балаларға һәләтен үҫтереү мөмкинлеген бирҙе. Сентябрҙә тағы ла биш районда "Үҫеш биләмәһе" асыла.

Әле проектты ойоштороусылар яңы миҙгелгә әҙерләнә. Улар резиденциялар асыуға дәғүә иткән муниципаль берәмектәрҙән 24 авгусҡа тиклем ғаризалар ҡабул итә. Төп саралар быйыл октябрҙән киләһе йылдың майына тиклем дауам итә.

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: