+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Милли проекттар
9 Сентября , 07:40

Өфөнөң 62-се лицейында медицина синыфы асылды

"Йәштәр һәм балалар" милли проекты маҡсаттарына ярашлы Өфөнөң 62-се лицейында профилле медицина синыфы асылды. Унда химия-биология профилендәге X синыфта 25 уҡыусы белем аласаҡ.

Өфөнөң 62-се лицейында медицина синыфы асылдыӨфөнөң 62-се лицейында медицина синыфы асылды
Өфөнөң 62-се лицейында медицина синыфы асылды

Дәрестәр Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыларының методик етәкселеге аҫтында дистанцион форматта ойошторола. Улар химия, биология, физика һәм генетика фәндәрен өйрәнәсәк. Шулай уҡ көндөҙгө форматта уҡыусыларҙы ғилми лабораториялар, симуляция үҙәге, уҡыу корпустары, анатомия һәм гистология кафедралары музейҙары менән таныштыралар. Бынан тыш, юғары уҡыу йорто остаздары етәкселегендә профилле оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.

Рәмилә МУСИНА.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: gorodufa.ru

Өфөнөң 62-се лицейында медицина синыфы асылды
Өфөнөң 62-се лицейында медицина синыфы асылды
Өфөнөң 62-се лицейында медицина синыфы асылды
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас