Беҙ барып еткәндә дуҫтарым шау-гөр килеп футбол тибә ине. Саҡ ҡына ла уйнап өлгөрмәнек, туп күлгә осто. Катамаранда ҡыуып барып, уны алып сығырға тура килде. Эй, ҡыҙыҡ булды...
Аниматор ағай-апайҙар беҙҙе ике командаға бүлеп, төрлө эстафета ойошторҙо. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Нимә генә эшләмәнек: арҡан тартыштыҡ, скакалкала һикерҙек, йүгерҙек... Арҡан тартышта беҙ еңһәк, икенсе команда йүгергәндә беҙҙе артта ҡалдырҙы. Ярыш шулай дауам итте. Берәү ҙә бирешергә теләмәне. Шулай ҙа мәрәйҙәр тигеҙ булды, еңеүсе асыҡланманы.
Арып киткәс, әсәйҙәр әҙерләгән табында тәмле сәй эсеп алдыҡ та тышҡа сыҡһаҡ, өлкәндәр эстафетаға ҡушылып киткәнен күрҙек. Ҡарап тороуы күңелле! Улар ҙа сәмләнеп ярышты, әммә барыбер дуҫлыҡ еңде. Барыбыҙ ҙа ихлас ҡыуандыҡ.
Һуңынан малайҙар – футбол, ә ҡыҙҙар баҫтырыш уйнаны. Күпмелер ваҡыт үткәс, әсәйҙәр саҡырып алды: беҙҙе сюрприз көтә икән! Рөстәмдең әсәһе татлы капкейктар бешергән. Тәмлекәстәр менән һыйландыҡ ҡына, һуңынан фотоға төштөк. Тик... Ҡараһаҡ, Ислам юҡ! Аптырап киттек. Һуңынан ғына белеп ҡалдыҡ: беҙ фотоға төшкәндә ул катамаранда аҡҡоштарҙы ҡарап йөрөгән икән.
Арабыҙҙа ныҡ дәртле, йыр-моң яратҡандар ҙа күп. Был көндө үҙебеҙҙең башҡорт бейеү көйҙәренә тыпырҙата баҫып, бейеп тә алдыҡ.
Ҡайтырға сыҡҡанда ҡояш байырға тора ине. О, ниндәй матур, илаһи күренеш! Һоҡланып туймаҫлыҡ. Ошо мәлдә күмәкләп фотоға төштөк. Бына шулай иҫ китмәле тәьҫораттар менән өйгә ҡайттыҡ. Был көн иҫтәлекле булып, күңелемдә оҙаҡ һаҡланыр әле.
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.