Ваҡыт бик тиҙ елдерә. Йәй үҙенең ҡояшлы, эҫе көндәре, шулай уҡ ямғыры менән дә һөйөндөрөп тора. Каникулымдың тәүге айын күберәк Кәлсер ауылындағы Рәүзиә өләсәйем янында уҙғарҙым. Уның менән ныҡ рәхәт! Мине көн дә тәмле-тәмле ҡоймаҡ, бәлештәр менән һыйлай. Үҙем дә ҡулдан килгәнсә өләсәйемә ярҙам итергә тырышам. Иҙән йыуыу, һепереү, өйгә һыу индереү, тауыҡ-себештәр, ҡуяндар ҡарау минең өҫтә.
Эш араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһына Гагарин исемендәге паркка барып ял итеп ҡайтырға ла өлгөрҙөм. Күңелле булды, бигерәк тә батутта һикереү оҡшаны. Йәй көнө ҡалала бер нисә көн генә рәхәт икән. Ауылды һағына башлағас, өләсәй янына ҡайтырға ашыҡтыҡ.
Туғайҙарҙа хуш еҫле еләктәр бешә башланы. Күмәкләшеп йыйырға барҙыҡ. Бигерәк йәмле шул беҙҙең яҡтар! Бал ҡорттарының безелдәгәнен, төрлө-төрлө күбәләктәрҙең елпенеп осҡанын, ҡоштар һайрауын тыңлап, әсәйем менән бер күнәк еләк йыйҙыҡ. Беҙҙең ҡайтыуҙы өләсәйем тәмле сәйҙәрен ҡайнатып, ҡоймағын бешереп көтөп торған. И-и-и, бигерәк яратам шул өләсәйемде, һау ғына булһын инде.
Тағы иҫтәлекле, мажаралы көндәрем булыр әле. Был турала һеҙгә хәбәр итермен. Иң мөһиме, матур үтһен йәйге каникулыбыҙ. Туйғансы уйнап, рәхәтләнеп ял итеп ҡалайыҡ, дуҫтар.
Ләйсән ХӘЛИТОВА, III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.