+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
19 Июль 2021, 10:00

Талҡаҫ күле хайран ҡалдырҙы

Һәр йәйемде түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Быйылғыһы ла матур башланып китте. Ялымдың тәүге көнөндә мәктәп янында балалар һабантуйы үткәрелде. Һәр кемебеҙ ярыштарҙа ҡатнашып, төрлө бүләктәр алып һөйөндөк. Минең өсөн ул ныҡ иҫтәлекле булды. «Һабантуй батыры» исеме алдым бит! Исемемде иғлан иткәс, түбәм күккә тейгәндәй булды.

Талҡаҫ күле хайран ҡалдырҙы
Талҡаҫ күле хайран ҡалдырҙы

Каникулымды эш менән дә үткәрәм. Атайыма ат көтөшәм, әсәйемә баҡса эштәрендә ярҙам итәм.

Йәйгеһен ялды өйҙә генә үткәрмәйбеҙ, Башҡортостан буйлап сәйәхәткә лә сығабыҙ. Иң беренсе Бөрйән районында йәшәгән өләсәйем янына барып, 3 – 4 көн ярҙамлашҡандан һуң, Талҡаҫ күленә юлландыҡ. О! Һаумы, Талҡаҫ! Һин – һоҡлан­ғыс күл! Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» әҫәрендә лә һүрәтләнгән күл! Унда балыҡ ҡармаҡлап, туйғансы һыу индек. Талҡаҫтың таҙалығына, һыу аҫты донъяһының үтә күренмәле булыуына хайран ҡалдым. Бында миңә бик оҡшаны.

Артабан Шүлгәнташ мәмерйәһенә юл  тоттоҡ. Мине тағы мажаралы көндәр көтә. Был турала һеҙгә аҙаҡ яҙып ебәрермен әле.

Ильяс Ғарифуллин.

Ҡырмыҫҡалы районы, Малай мәктәбе.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: