Ә шулай ҙа минең өсөн иң ҡыҙыҡ шөғөл – өләсәйемә һарыҡ бәрәстәрен ҡарашыу! Улар миңә тиҙ арала эйәләшеп алды. Хатта инәләрен онотоп, артымдан эйәреп йөрөй башланылар. Эй, ҡыҙыҡ! Өләсәйем менән олатайым шаяртып: «Ҡыҙым, был бәрәстәрҙе үҙең менән мәктәпкә эйәртеп алып барырһың инде», – тиҙәр.
Яратам мин йәйҙе. Туйғансы уйнап, рәхәтләнеп ял итеп ҡалам.
Розалиә КИРИЛОВА.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.