-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
8 Август 2021, 08:00

Өс игеҙәк менән таныштым

Каникулымда Өфөгә Айһылыу апайымдарға ҡунаҡҡа барҙым. Бәләкәй туғандарым менән тышта уйнап йөрөгәндә ғәжәйеп игеҙәктәр – Радмир, Алмас һәм Урал Харисовтар менән таныштым.

Өс игеҙәк менән таныштым
Өс игеҙәк менән таныштым

Улар үҙҙәренең белем усағында һәм музыка мәктәбендә I синыфты тик «бишле» билдәләренә генә тамамлаған. Өфө ҡалаһының Калинин районында йәшәүсе был өс бер туғанға июндә 8 йәш тулған икән. Беренсе синыф өсөн уҡыу программаһын бик яҡшы үҙләштергәндәр.

– Уҡытыусылары уларҙы өсәүләп сығыш яһарға әҙерләй, йәйгелеккә өс пьеса өйрәнеп килергә ҡушҡан. Тырышалар. Үҙҙәренә 6 йыл музыка мәктәбендә шөғөлләнәһе бар. Әле көҙөн үтәсәк концертҡа әҙерләнәләр: бер баянда сиратлап башҡорт, татар, урыҫ көйҙәрен уйнарға өйрәнәләр. Өйҙә шулай бик күңелле.

Ошо тамашала өсәүләп бергә сығыш яһау өсөн һәр береһенә баян кәрәк. Кемдер һатып алыр­ға булышһа йә бүләк итеүселәр табылһа, шат булыр инек. Аллаға шөкөр, күршеләр, таныш-белештәр матди ярҙам күрһәтә башланы ла инде. Балаларыбыҙ бик шатлана, – ти ата-әсәләре.

Был малайҙар башҡарған көй­ҙәргә һеңлем менән бейеп тә ҡараныҡ. Оҫта уйнайҙар, һоҡландырҙылар.

 

Ландыш Рамаҙанова,

йәш хәбәрсе.

Туймазы районы,

Бишҡурай ауылы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: