+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2021, 11:10

“Сәләмәт балалар – сәләмәт Рәсәй”

Ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында Ирина Винер-Усманова гимнастика һарайында “Сәләмәт балалар – Сәләмәт Рәсәй” гимнастрадаһы форматындағы дөйөм Рәсәй ярыш марафонының финалы бара.

Сара Президент гранттары фонды ярҙамында үткәрелә. Ярыштарҙа 2 меңгә яҡын кеше, Рәсәй Федерацияһының 47 субъектынан 114 коллектив көс һынаша. Унда “Спартак” – ЦХГ “Феникс” олимпия резервының тренеры Явнова Лидия Владимировна етәкселегендәге Өфө спорт мәктәбе спортсылары ла ҡатнаша. Ҡыҙҙар - һайлап алыу этаптарын үтеп финалға эләккән Башҡортостандың берҙән-бер вәкилдәре. Бындай күләмле балалар спорт сараларын үткәреү һәм ойоштороуға Рәсәй Президентының “Мәғариф” милли проекты шулай уҡ үҙенең ҙур ярҙамын күрһәтә.
Сығанаҡ: “Өмет” гәзите
Читайте нас: