+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2022, 10:25

2022 йыл – Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы

Рәсәй Президенты Владимир Путин быйылғы йылды Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

2022 йыл – Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы
2022 йыл – Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы

Ил Башлығының указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталының официаль сайтында баҫылып сыҡҡан. Бындай ҡарар халыҡ сәнғәтен популярлаштырыу, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының һәм этник берләшмәләренең мәҙәни традицияларын, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын, этномәҙәни күп төрлөлөгөн һәм үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде.

РФ Хөкүмәтенә ике ай эсендә ойоштороу комитетын булдырыу һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү буйынса төп саралар планын әҙерләүҙе һәм раҫлауҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.

Фото: https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: