+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2022, 12:10

Флүрә Килдейәроваға - Салауат Юлаев ордены!

Танылған йырсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова юғары награда – Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Уның юбилейы айҡанлы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҙур, сағыу тамаша уҙҙы.

Флүрә Килдейәроваға - Салауат Юлаев ордены!
Флүрә Килдейәроваға - Салауат Юлаев ордены!

Күренекле йырсыны ҡотларға уның төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, ижадын һөйөүсе тамашасылары, хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылды. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын еткереп,уға  Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

Концерт программаһында Флүрә Әхмәтша ҡыҙы башҡарыуында халыҡ йырҙары, опера ариялары, вокал лирикаһы яңғыраны. Юбиляр иҫтәлектәре, уйҙары менән дә бүлеште. Шулай уҡ тамашасыларға йырсының коллегалары, уҡыусылары ла музыкаль күстәнәс бүләк әҙерләгәйне.

Фото:https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: