+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2022, 16:05

"Аҡыллы" спорт майҙансыҡтары төҙөләсәк

Бының өсөн "Физик культура һәм спортты үҫтереү" дәүләт программаһының "Бизнес-спринт" яңы федераль проекты буйынса ҡаҙнанан Рәсәйҙең 84 төбәгенә 9 миллиард һум аҡса бүленәсәк. 

"Аҡыллы" спорт майҙансыҡтары төҙөләсәк
"Аҡыллы" спорт майҙансыҡтары төҙөләсәк

Башҡортостанда ла "аҡыллы" спорт майҙансыҡтары һәм модулле спорт залдары барлыҡҡа киләсәк. Бының өсөн алдағы өс йылда федераль ҡаҙна республикаға 100 миллион һум аҡса бүлә. 

"Был заманса йыһазландырылған спорт менән шөғөлләнеү урыны буласаҡ. Килгән һәр бер кеше үҙ аллы күнекмә эшләй алырға тейеш, күнекмәләрҙе дөрөҫ яһаймы, юҡмы икәнен тикшереү өсөн интернет та ҡуллана аласаҡ. Бындай инфраструктура халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең, балаларҙың спорт менән нығыраҡ дуҫлашыуына, тулы ҡанлы тормош алып барыуына булышлыҡ итәсәк", - тиелгән Хөкүмәт ҡарарында. 

Фото: https://ufa.rbc.ru/ufa/30/01/2022/61f682db9a79

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: