+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2022, 18:08

Бәхил бул, талантлы баянсы

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин арабыҙҙан китте.

Ул Учалы районы Ҡотой ауылында 1973 йылдың 18 майында тыуған.

1988 йылдан Өфө музыка тәрбиәләнеүселәр интернат-мәктәбендә (хәҙерге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы) уҡый. Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ музыка ҡоралдары бүлегендә баян буйынса белем ала. 1992 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә (педагогтары – Р. Рәхимов, М. Ғәйнетдинов).

Студент сағынан уҡ Илшат Яхин Сибай дәүләт филармонияһында эшләй. Халыҡ инструменттары оркестрының етәксеһе була. Бында эшләгән осорҙа Франция, Греция илдәрендә, Белгород, Ташкент, Сәмәрҡәнд ҡалаларында уҙғарылған фестивалдәрҙә ҡатнаша.

2001 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай. «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмөндә аккомпаниатор-концертмейстер була. Ә 2005 йылда уны филармонияның музыка йүнәлешендәге бүлегенә етәксе итеп тәғәйенләйҙәр.

Шулай уҡ республиканың театрҙары менән дә хеҙмәттәшлек итә. 2011 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында музыка йүнәлешендә етәксе булһа, 2019 йылдан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй.

Илшат Ғәббәс улы ҙур күләмле сараларҙа музыкаль яҡтан биҙәүсе була: Төркиәнең Истанбул ҡалаһында үткән Башҡортостан Республикаһы көндәре, балалар араһында «Байыҡ» башҡорт бейеүе республика конкурсы, «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының гала-концерты... «Ете ҡыҙ» фонтанында яңғыраған көйҙө төҙөүсе лә ул Илшат Яхин. Кино өлкәһендә «Бәхет ҡошо», «Сируси» сериалдарының, ҡыҫҡа метражлы «Өс хат», «Кластан тыш дәрес» фильмдарының композиторы булараҡ та билдәле.

Уның ғаиләһенә, балаларына Хоҙай сабырлыҡ бирһен. Йәне йәннәттә булһын милләттәшебеҙҙең.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: