+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль 2023, 17:19

Һөйөнөслө хәбәр!

Яңы асыҡ «Рувики» энциклопедияһында башҡортса яңы бүлек булдырыласаҡ!

Һөйөнөслө хәбәр!
Һөйөнөслө хәбәр!

«Рувики» энциклопедияһына нигеҙ һалыусы Владимир Медейко үҙенең интервьюһында әлегә бета-режим версияһында эшләгән яңы проект концепцияһы менән таныштырҙы.

Был порталдың төп маҡсаты булып йәмғиәттең ирекле белемгә ышаныс кимәлен күтәреү тора. Хәҙерге ваҡытта "урыҫ википедияһы"нда 2 миллиондан ашыу мәҡәлә бар.

Владимир Медейко «Рувики»ла тел бүлектәре буласаҡ, тип хәбәр итте: «Беҙ төп иғтибарҙы урыҫ теленә, шулай уҡ Рәсәйҙә йәшәүсе бүтән милләт телдәренә бирәсәкбеҙ. Бындай яуаплы эш өҫтөндә Башҡортостан вики-активисы Рөстәм Нурыев һәм уның командаһы эшләй. Әйткәндәй, интерфейс тулыһынса башҡорт теленә тәржемә ителде». Ҡыуаныслы хәбәр, эйе бит?

Июнь башынан «Рувики» энциклопедияһы бүлектәрен башҡорт, алтай, тува, тау мари, ялан мари, удмурт, осетин, саха, татар теленә тәржемә итеү өсөн әҙерлек эштәре бара. Ә беҙгә инде уның бойомға ашырылыуын түҙемлек менән көтөп алаһы ғына ҡала.

Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: