Матур һауыттағы шоколадты уҡытыусыларға һәм дуҫтарға бүләк итергә мөмкин. Бының өсөн нимә эшләргә?
- Тышлыҡтың һүрәтен төҫлө принтерҙа баҫтырабыҙ.
- Елем йәки ике яҡлы скотч, ҡайсы, һауытҡа һыймалы 90-100 грамлыҡ шоколад әҙерләйбеҙ.
- Тышлыҡтың һүрәтен ҡырҡып алабыҙ һәм һыҙыҡтар буйлап бөгөп сығабыҙ.
- Эске яҡта ҡала торған ике яҡ өлөштө йәбештереп, һауыт яһайбыҙ.
- Шоколад һыйһын өсөн шыптырының ситтәрен йәбештерәбеҙ.
- Тәмле һәм зауыҡлы бүләк әҙер!
Үҙегеҙ эшләгән шоколад һауыттарын фотоға төшөрөп, беҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмгә ебәрергә онотмағыҙ, дуҫтар! Етеп килгән Белем көнө менән һеҙҙе!