+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
8 Сентябрь 2021, 16:40

Инвестицион һабантуйы ике көндән башлана

10 – 11 сентябрҙә Сибайҙа “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуйы үтәсәк.

Инвестицион һабантуйы ике көндән башлана
Инвестицион һабантуйы ике көндән башлана

Форумдың эшлекле һәм мәҙәни программаһы бай буласаҡ. Ҡатнашыусыларҙы сәнәғәт комплексы, ауыл хужалығы, эске туризм һәм иҡтисад үҫеше темаларына бағышланған стратегик сессиялар, шулай уҡ гастрономия һәм музыкаль фестивалдәр көтә. Сараға идарасылар, бизнес-форум вәкилдәре, шулай уҡ сит ил спикерҙарының килеүе лә көтөлә. Форум Ҡулланыусылар хоҡуҡтарының күҙәтеү хеҙмәтенең бар талаптарын да иҫәпкә алып үткәреләсәк.

Инвестһабантуй 10 сентябрҙә 15.00. сәғәттә “Street bea” бейеү шоу концертын менән башланып. Һуңынан кисәне Силәбе коллективтары сығышы дауам итәсәк. 21.30. сәғәттә йырсы KARINA сығыш яһаясаҡ, кисәнең хедлайнеры – Валерияның сығышы 22.00. сәғәттә була.

Сараның тулы программаһы менән ошо һылтанма аша таныша алаһығыҙ https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52582

Фото: https://forum-zauralye.com/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: