Был хәбәр ауылыбыҙҙа тиҙ таралды. Олоһо ла, кесеһе лә мәктәбебеҙгә йыйылды. Һағынып бөткәйнек шул яҡташыбыҙҙы.
Белем усағыбыҙҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың «Таңатар» китабының исем туйы үтте. Был йыйынтыҡта бик күп иҫтәлектәр тупланған, унда шулай уҡ тыуған ауылының тарихы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтар, Таңатарҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында мәғлүмәт бирелгән.
Китаптың эстәлеге, яҙылыу тарихы менән таныштырғас, шағир беҙгә үҙенең яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ул Таңатарҙа йәшәгән осорондағы бала саҡ хәтирәләре менән дә бүлеште. «Йәншишмә» гәзитенән сәләм еткереп, редакцияның бүләген тапшырҙы.
Был әҙәби кисәне район үҙәк китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Рәмилә Фәйзуллина апай ойошторҙо. Ул халыҡ шағирының тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләгәс, «Ижадымда – илһөйәрлек рухы» тигән китап күргәҙмәһен дә ҡараныҡ.
Алтынай Ҡәйепова – «Үҙ телемдә һиңә өндәшәм», Рәмилә Рәхмәтова – «Апайҙарым», Фәнүзә Бәрәкәтова «Афғанстан тюльпандары» шиғырҙарын һөйләне. Рифат Күскилдиндың ҡурайҙа уйнауы, ауылыбыҙ ағинәйҙәренең йырҙары байрамға йәм өҫтәне.
Әҙәби кисә аҙағында хөрмәтле ҡунағыбыҙ менән бергә иҫтәлеккә фотоға төштөк. Халыҡ шағиры һәр беребеҙгә автографлы китабын да таратып сыҡты.
Ҡыҙыҡлы осрашыуға килгәне өсөн Ҡәҙим Әбделғәлим улына рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, әҫәрҙәрен яратып уҡыйбыҙ.
Нургизә РӘХМӘТОВА, XI cиныф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Яңы Ергән мәктәбе.