Был күркәм дата - журналистарҙың ғына түгел, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, гәзит-журнал таратыусыларҙың да байрамы.
Ошо өлкәлә эшләүсе барлыҡ хеҙмәттәштәребеҙҙе, шулай уҡ «Йәншишмә» гәзитенең йөкмәткеһен байытыуға, уны уҡымлы итеүгә тос өлөш индергән әүҙем авторҙарыбыҙҙы, йәш хәбәрселәребеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади ҡомар, ҡәләмегеҙҙең һәр саҡ үткер, фекерегеҙҙең тос булыуын теләйбеҙ!