Ул Дүртөйлө районының Түбәнге Әлкәш ауылында донъяға килә. 1974 йылда Исмаил мәктәбен тамамлай. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында уҡый. Режиссёрҙар бүлеген тамамлағандан һуң тыуған яғына ҡайтып, район мәҙәниәт йортонда эш башлай. 2006 йылда Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын биләй. 2018 – 2021 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Милли музейының Дүртөйлө тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире.
Күп кенә хикәйәләр, әкиәттәр авторы Мөҙәрис Мөсифуллиндың ижады балалар донъяһы менән тығыҙ бәйләнгән. Тыуған яғындағы белем усаҡтарында осрашыуҙар үткәреп, уҡыусыларҙа шиғриәткә, әҙбиәткә һөйөү тәрбиәләй. Шулай уҡ ул йырҙар ижад итеүсе булараҡ та билдәле.
Беҙ, «Йәншишмә»ләр, Мөҙәрис Ғәйнелғилем улын күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ. Хоҙай ныҡлы һаулыҡтан айырмаһын, артабан да беҙҙең гәзит менән хеҙмәттәшлекте өҙмәһен, ижади үрҙәр яулаһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Фотолар https://vk.com/id109279255?z=photo109279255_457240009%2Fphotos109279255, https://vk.com/id109279255?z=photo109279255_457239852%2Fphotos109279255 алынды.