+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
22 Апрель 2022, 08:48

Бәйгегә йомғаҡ яһалды

11 марттан 20 апрелгә тиклем сайтыбыҙҙа үткән «Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң» фотоконкурсына йомғаҡ яһалды. Һүлпәнерәк башланһа ла, һуңғараҡ әүҙемләште ҡатнашыу­сыларыбыҙ.

Шулай итеп, 47 тауыш йыйып, Әбйәлил районы Буранғол мәктәбенең I синыф уҡыу­сыһы Зарина Ғәбитова еңеүсе тип танылды. 38 тауыш менән Баймаҡ ҡалаһынан VII синыф уҡыусыһы Ислам Ҡа­һарманов икенсе урын яулаһа, Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназия­һының III синыф  уҡыусыһы Артур Спи­ридонов, 31 тауыш йыйып, өсөнсө урынға сыҡты. Ҡотлайбыҙ!
Бөтә ҡатнашыусыларыбыҙ ҙа ныҡ тырышты. Шуны иҫәпкә алып, бәйгебеҙҙең шарттарын әҙерәк үҙгәртергә булдыҡ: уларҙың барыһына ла «Йәншишмә» гәзите редакция­һының Почёт грамотаһы ебәреләсәк.

Конкурста ҡатнашҡан бөтә эштәр менән ошонда таныша алаһығыҙ.

Автор:гәзите "Йәншишмә"
Читайте нас: